logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Башҡорт ғаиләһе көнө менән!

1 марта 2024

Башҡорт ғаиләһе көнө менән!
_________________
Стәрлебаш районының Өмөтбай ауылында йәшәгән һәм биш бала тәрбиәләгән Люциә һәм Әлфәрит Фәйзуллиндарҙың ғаиләһе.

Люция Ислам ҡыҙы үз бәхетен 2001 йылда Стәрлебаш районының Өмөтбай ауылында таба, Ауыл хакимиәтендә специалист по налогам и сборам эшләү менән бер рәттән йортта ла бөтә эштәрҙе башҡарып өлгөрә ул, һәм дә СВО ға волонтер булып ярҙам итә.
Фәйзуллин Әлфәрит Әмирхан улы менән тормош юлын бәйләп, матур итеп йәшәйҙәр, биш балаға ғүмер бирәләр. Әлфәрит Әмирхан улы оҫта куллы йорт хужаһы, һөнәре буйынса ул иретеп йәбештереүсе, себер яҡтарына эшләй. Матур итеп ике ҡатлы йорт бөтөрөп кергән улар, һәр балаға үҙ бүлмәләре булдырылған. Йорт хужаһы үз кулдары менен тимерҙән семәрләп йорт ҡаралтыларын эшләп ҡуйған. Уңған оҫтағ ына түгел, хәстәрле атай за ул Әлфәрит Әмирхан улы, һәр балаһының яратҡан шөғөлөн хуплап, ярҙам итергә тырышып тора, уңыштарына ихлас ҡыуана. «Ояһында ни булһа, осҡанында шул булыр» – ти халык мәҡәле
Файзуллиндардың балалары ла талантлы, ҡул эштәренә, йыр- бейеүгө әүәҫтәр.

Оло ҡыҙҙары – Эльвина Стәрлетамаҡ ҡалаһында Өфө фән һәм технология университетында уҡып йөрөй. Һөнәре буйынса медицинский физик. Йыр, бейеүгә бик маһир ул, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай.
Икенсе балалары – Арҫлан. Ул хәрби кеше. Ишембай ҡалаһында Башҡорт кадет корпусының 11- се класында белем ала.Тырышып уҡығаны өсөн бик күп маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Уның яратҡан шөғөлө гитарала уйнап, йырҙар башҡарыу,шулай уҡ бейеү һәм көрәш спорты менән мауыға.
Өсөнсө ҡыҙҙары Алтынай. МБОУ СОШ с.Елимбетово им.С.Хасанова 7 се класта белем ала. Ул да йырларға, бейергә ярата, Йәлембәт ауыл мәҙәниәт йортоноң “Йәйғор нурҙары” балалар фольклор – эстрада коллективының йыр- бейеү түңәрәктәренә йөрөй, төрлө ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Аш булмәһендә төрлө тәмлекәстәр бешерергә ярата.
Һәм кескәй ҡыҙҙары Амина менән Амира. Улар икеһе лә балалар баҡсаһына йөрөй, һәм бейергә бик яраталар.
Бына шулай балаларын йыр, бейеү, шиғырҙар аша, халыҡ ижадына , ғөрөф –ғәҙәттәргә таянып, милли рухлы , илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләгән өсөн ата – Люция Ислам ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде лә инде. Ата- әсәләренең тормош девизы ул: “ Һәр эштә лә өлгөр бул, балаларға өлгө бул”.