logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Мөхәббәтле булһын ғаиләләр

4 марта 2024

Бөтә нәмә ғаиләнән башлана. Яҡыныңа хәстәрлек, телгә һөйөү ҙә, олоно ололау, кесене ҡурсалау ҙа иң тәүҙә ғаиләнән. Был донъяға яңы кешене ғаилә ҡаршы ала, ҙур тормош өсөн, яңы ғаилә өсөн тәрбиәләй. Ғаилә йылыһы кемгә лә бик кәрәк.
Ошо ғаилә көнө айҡанлы беҙ Табылдыларҙың яратып уйнаған интеллектуаль уйыны “Әлләсе” уйынын йәш ғаиләләр Исмагиловтар һәм Хусаиновтар ғаиләләре араһында уйнатырға булдыҡ. Был уйын фекерләү ҡеуәһе, етеҙлек, тел байлығы талап итә торған уйын. Был уйын телде һаҡлап ҡалыуға ҙур ярҙам .Әйтеп үтеүемсә,был уйын фекерләү ҡеүәһе,иғтибарлылыҡ,етеҙлек,тел байлығы талап итә торған уйын.Ә ошо йәш ғаиләләр барлыҡ ошо һанап үтелгән сифаттарға эйә булыуҙарын иҫбатлап еңеүгә өлгәштеләр. Был нимәне күрһәтә?! Беҙҙең йәш быуыныбыҙ, телебеҙ киләсәгенә битараф түгел тигән һығымта яһарға мәжбүр итә. Был бик ҡыуаныслы хәл!
Барығыҙҙы ла байрам менән!Һәр ғаиләлә сабый тауышы тынмаһын, ел дауылдар урап үтһен, татыулыҡта һәм именлектә йәшәргә насип итһен! Имен, татыу, ырыҫлы, мөхәббәтле булһын ғаиләләр! Ил – көндәребеҙгә тыныслыҡ ҡайтһын!