logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Ғаилә – бәхет асҡысы

2 мая 2024

Был заманда һәр кешегә ҡайтып йығылырлыҡ йылы усаҡ,тыныс мөйөш кәрәк.Ғаилә- ул ошо мөйөшөбөҙ, иң оло таянысыбыҙ,иң ышаныслы һыйыныр урыныбыҙ.Ғаилә-ул бәхет өсөн асҡыс!
Районда апрель башында “Ғаилә – бәхет асҡысы” исемле марафон-фестиваль старт алды. Беҙҙең ауыл биләмәһе лә ситтә ҡалманы. Фестивальде Күндрәк ауыл хакимиәте башлығы Земфира Ишембетова асып ебәрҙе.
Был фестивальдең маҡсаты – талантлы ижади ғаиләләрҙе тәбрикләү.
Беҙҙең ауыл ерлегенән был фестивальдә Флурә һәм Радмир Вахитовтар,Айҙар һәм Зөлфирә Байгузиндар,Байгузиндар,Вахитовтар нәҫеле ҡатнашты һәм үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтә алдылар. Афариндар! Ошо фестивальде үткәреуҙә ярҙам иткән барлыҡ үҙешмәкәр әртистәребеҙгә,ауылыбыҙ,ауыл биләмәһе данын яҡлап сығыш яһаған Вахитовтар, Байгузиндар ғаиләләренә,Вахитовтар һәм Байгузиндар нәҫеленә,байрамыбыҙҙы матур итеп алып барыусы Хәлиҙә Абдрахмановаға ҙур рәхмәтлебеҙ.
Бындай байрамдарҙыинде тыныс ,аяҙ күк аҫтында ҡаршыларға булһын тигән изге теләктә ҡалабыҙ.