logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Везде ходит был галуш

19 февраля 2024

Һыу үткәрмәй, үҙе йылы,
Үтеп була бар ерҙән.
Йәлке булмаҫ уға урын
Биргәндә лә иң түрҙән.
Һүҙ нимә тураһында бара, дуҫтар, беләһегеҙме?
Эйе, галуш тураһында! Баҡтиһәң,календарьҙа,ошо ауылда иң кәрәкле,ҡәҙерле булған аяҡ кейеменә айырым бер көн бүлгәндәр,билдәләгәндәр,икән! Әйткәндәй,галуш ул ундай иғтибарға,ихтирамға бик тә лайыҡлы! Ауылдың вездеходы ул,
Везде ходит был галуш.
Ҡайһы саҡта шул галушҡа
Булып та ала талаш.
Дуҫтар, тупһа янында һәр ваҡытта, һеҙҙе тыныс ҡына көтөп ултырған тоғро галуштарығыҙ булһын!