logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Музей – ул тарих, тарихи усаҡ

19 февраля 2024

Музей – ул тарих, тарихи усаҡ. Ата-бабаларҙан ҡалған рухи, матди байлыҡтарҙы, тәбиғи ҡомартҡыларҙы һаҡлау, уны киләсәк быуынға еткереү, тыуған ергә, илгә һөйөү тәрбиәләү, үҙеңдең нәҫел ебеңде, ғөрөф-ғәҙәтте, йолаларҙы, әҙәбиәт, мәҙәниәтте, сәнғәтенде белеү, өйрәнеү, уларҙы күҙ ҡараһылай һаҡлау маҡсатынан ошондай тарихи усаҡтар бик урынлы.
Ошондай музейҙар ойоштороу йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙең төп сығанағы. Беҙҙең ауыл музейына ла (етәксеһе – Радмир Вахитов) әленән әле экскурсияға килеү селәр булып тора. Музей тарихи ҡомартҡыларға бик бай. Тамырыңды ҡоротма, тарихыңды онотма!