logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

“Андыҙ барҙа ат үлмәҫ”

16 октября 2023

“Андыҙ барҙа ат үлмәҫ” тигән мәҡәл бар халыҡ телендә,йәғни андыҙ тамыры шифаһы хатта атты ла терелтер тигән мәғәнәлә. Тәбиғәтебеҙ төрлө файҙалы үҫемлектәргә,тамырҙарға бик бай. Уны белеп ҡулланһаң, күп төрлө ауырыуҙарға шифа итеп ҡулланырға була. Беҙ ошо андыҙ тамырының өлгөргән ваҡытын көтөп алып, ошо файҙалы тамырҙы йыйырға йыйылдыҡ. Күмәк эшкә ни етә?! Бергәләп тамырҙы ҡаҙып алып,уның файҙаһы тураһында һөйләшеп,һәр кем үҙенең белгәнен өйрәтеп,белмәгәнен өйрәнеп ҡайттыҡ. Һәр кемдең үҙенең оло быуындан өйрәнгән рецебы бар, андыҙ тамырынан кеүәҫ эшләргә өйрәндек. Был кеүәҫте беҙгә Флүрә апай Вахитова өйрәтте. Был яңы рецепт.Һаулыҡты һаҡлау һәм нығытыу саралары – аяҡ аҫтында ғына, бары үрелеп ал да файҙалан ғына!