logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәре

24 октября 2023

Халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәре бер мәл һүнеп ҡалған һымаҡ булһа ла, әле ҡабаттан уға ҡыҙыҡһыныу арта. Балаҫ һуғырға, кейеҙ баҫырға өйрәнергә теләүселәр күбәйә. Быйма баҫыусылар, ағастан семәрләп һандыҡ, бишек эшләүселәр ҙә һирәкләп булһа ла килеп сыға. Боронғо шөғөлдәрҙе белеүселәр халҡыбыҙҙың ынйы бөртөктәре һымаҡ йәмғиәтебеҙҙең сағыу биҙәге булып тора.Бына бөгөн беҙ Радмир Вахитов ярҙамында кәрзин үреү серҙәренә, һәм тал сыбыҡтарын эшкәртеп төрлө әйберҙәр эшләп булыу серҙәренә төшөндөк.Апай – ағайҙарға был шөғөл бик тә оҡшаны.