logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Ауыл ҡатындары көнө

16 октября 2023

15 октябрь- ауыл ҡатындары көнө. Ошо көндө мәҙәниәт йортонда билдәләп үттек. Апайҙар йырланылар, бейенеләр, ҡыҙыҡлы бәйгеләрҙә ҡатнаштылар. Иир-егеттаребеҙҙән бүләк- йыр тыңлап, һуңынан байрам сәйе эсеп, күңелле ял итеп ҡайттылар.
Ошо байрам айҡанлы ауылыбыҙҙың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәгән “Шәфәҡ” вокаль коллективы апайҙарын, Ағинәйҙәребеҙ һәм,ғөмүмән хөрмәтле донъя йөгөн уҙ иңдәрендә тартҡан, кешелек донъяһының тотҡаһы булған батыр ҙа, матур ҙа, эшсән дә, гузәл дә, сибәр ҙә шул уҡ ваҡытта сабыр ҙа булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, шулай уҡ тамырҙары ауылдан булған ҡала апайҙары!
Һеҙҙе ошондай матур байрамыбыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә шулай донъя мәшәҡәттәренә ҡарамайса матур-сибәр,иҫән-һау, сәләмәт булып ҡалыуығыҙҙы, яҡындарығыҙҙың йылыһына, ихтирам-хөрмәтенә төрөнөп, һәр атҡан таңға, һәр тыуған көнгә шатланып, ғаиләгеҙҙең һөйкөмлө таяныс-терәге, бәхетле, яғымлы әсәй, хәстәрлекле ҡатын булып оҙон, бәхетле ғумер кисерергә яҙһын барыбыҙға ла! Ауыл ҡатындары – улар үҙе бер төпһөҙ хазина, бәрәкәт, рух байлығы, йәғни ауылдың ҡото!