logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

К празднованию международного дня защиты детей присоединился Табулдинский СДК

2 июня 2023

Балаларҙы яҡлау көнөндә, Табылды һәм ҡунаҡ балалар өсөн “Балалар һабантуйы” үтте.Балаларҙы байрам менән ҡотлағандан һуң,спорт майҙансығы ысын һабантуй яланына әйләнде.Бында балаларҙан ике команда төҙөлөп,көйәнтә менән һыу ташыу,ҡалаҡ менән йомортҡа ташыу,арҡан тартышыу,ат сабышыу,тоҡ менән һуғыш,көршәк һатыу,уҡ атыу, таяҡ тартыш кеүек уйындарҙа ,һәр кем үҙ командаһы өсөн сәмләнеп уйнаны.Унан һәр кем үҙенә оҡшаған приз киҫеп алды.Һәм район флешмобына ҡушылып ” Солнечный круг” йырын күмәкләшеп йырланыҡ.Ә унан инде байрамдың иң тантаналы өлөшө байрам бүләге тапшырыу килеп етте.Бөгөнгө байрамда балаларҙы шатландырған спонсорҙарыбыҙға: Күндрәк ауыл хакимиәте башлығы Земфира Мөнир ҡыҙына, “Нур”магазины хужаһы Ғәзинур Мөслим улына, Әлиә Тәлғәт ҡыҙы Исмәғилеваға ҙур рәхмәтлебеҙ!