logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Музей-бер ҡасан да үлмәй торған тере тарих ул

22 мая 2023

Музей-бер ҡасан да үлмәй торған тере тарих ул, тиҙәр.
Ысынлап та музей – тарих төпкөлөнән килгән шаңдау, быуаттарҙы- быуаттарға тоташтырыусы рухи байлыҡтарыбыҙ үҙәге. Рәсәйҙә музейҙар Петр I заманында барлыҡҡа килә. Петр I тарафынан булдырылып Кунст-камера һуңынан хәҙерге Эрмитаждың нигеҙен тәшкил итә. Шул иҫәптән күп кенә провинциаль музейҙар асыла, 1864 йылда Өфөлә музей төҙөү бурысы ҡуйыла. Бөгөнгө көндә республикала 100-гә яҡын музей иҫәпләнә.
Бөгөн ҡала һәм район үҙәктәрендә уранлашҡан музейҙарҙан башҡа, күп кенә мәктәптәрҙә лә музейҙар эшләй. Беҙҙең Табылды ауылы мәҙәниәт йортонда ла музей эшләп килә. Музей бик бай тарихлы, ул йылдан – йыл яңы экспонаттар менән тулыландырылып тора.
Бына кисәге көн, халыҡ ара музей көнөндә лә музейыбыҙ көн оҙонона теләуселәрҙе ҡабул итте. Музей етәксеһе Радмир Мөхтәр улы килеүселәргә музей буйлап экскурсия эшләне.
Зәрилә Латыповна, Шәһүрә Латыповна һәм Әлфирә Даутова музейға яңы экспонаттар менән килгәндәр.
Халҡыбыҙ үткәне менән ҡыҙыҡһына,һаҡлай,киләсәк быуынға ата- бабалар тормошо,тарихы тураһында һөйләүсе ҡомартҡыларҙы тапшырып ҡалдырыуҙа әүҙем ҡатнаша Тамырыбыҙҙы ҡоротмайыҡ! Тарихыбыҙҙы онотмайыҡ!