logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Кәкүк сәйенә сыҡтыҡ әле

“Һуң булһа ла, уң булһын” тип, йылда сыға торған Кәкүк сәйенә сыҡтыҡ әле.
Кәкүк сәйенә ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙ, бала-саға сыға. Байрам үткәреү өсөн кәкүк тауышы ишетелеп торорлоҡ урын — Ерекле шишмәһен һайланыҡ. Аш-һыу әҙер булғансы бейеү, уйын-көлкө ойошторолдо. Унда «Аҡ тирәк-күк тирәк уйыны», «Наза», «Өсөнсөбөҙ — артыҡ», «һәпәләк» тигән һәм “Бесәй, сысҡан” уйындарын ,бала саҡты иҫкә төшөрөп уйнап алдыҡ. Табынға ултырышҡас, өлкән йәштәге апай-инәйҙәр йылдың матур килеүен, ашлыҡ-бесәндең уңыуын, илгә ырыҫ ҡуныуын, халыҡҡа иман ҡайтыуын теләп доға уҡыны. Аштан һуң уйын яңынан башланды. Унан сиратлашып кәкүктән йәш һорау, кәкүккә арнап сығарылған йырҙар башҡарып,ҡалған аҙыҡты кәкүккә һалып таралыштыҡ.