logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Быйылғы йылдың балтырғанын ауыҙ иттегеҙме әле?!

18 мая 2023

Борондан ата- бабаларҙан килгән йола бар :”Иһаһааай! Иҫке ҡорһаҡ,яңы аш! Ауырыу,һыҙлау минән ҡас” тип һамаҡлап ауыҙ итергә кәрәк тигән.Балтырған ашын яҙ көнө өс тапҡыр ашарға кәрәк тигән фекер ҙә йөрөй.
Беҙ, ошо файҙалы ла, туҡлыҡлы ла,шифалы ла үҫемлек – балтырғанға дан йырлап йылдағыса,йола буйынса,” Ирәүән барҙа ир үлмәҫ,балтырған барҙа ил үлмәҫ” тигән байрам үткәрҙек.Был байрамда балтырған тураһында мәғлүмәттәр менән танышҡас,ярышып балтырған йыйҙыҡ.Ҡаҙанаҫып, балтырғандан тәмле итеп аш бешереп,уны ҡатыҡ,ҡаймаҡ һалып тәмләп ауыҙ иттек.Аштан һуң тәмле үлән сәйе эсеп алып,төрлө уйындар уйнап,”Балтырған” йырын йырлап,уйын – көлкө менән күңелле ял иттек.
Һеҙ ҙә,дуҫтар,һуңға ҡалмағыҙ! Тәмле лә,файҙалы ла балтырғандан ауыҙ итеп витамин запасы тупларға һуңламағыҙ!