logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Ололар көнөн билдәләйбеҙ

2 октября 2023

Бөгөн, көҙҙөң матур бер мәлендә, Ололар көнөн билдәләйбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы – был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде. Ваҡыт тиҙ уҙа, өлкәндәр көнө лә үтер ҙә китер, тик үҙ яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған ололарға хөрмәтебеҙ генә берүк һүрелмәһен.
Оло йәштәгеләр көнө беҙҙең Аллағыуат ауылында тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған үҙенсәлекле сара рәүешендә үтте.
Ауылдың барса оло кешеләре һәр йылдағыса Аллағыуат ауылы мәҙәниәт йортонда йыйылды.
Аллағыуат ауыл хакимиәте башлығы Ҡолһарина Әлфинә Гатаулла ҡыҙы изге теләктәрен еткерҙе, юбилярҙарҙы ҡотлап утте.
Әхирәт вокал коллективы концерт номерҙары менән байрамыбыҙ ға йәм өҫтәне, һәм дә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тәмле сәйҙәр эсерҙеләр.
Олатай-өләсәйҙәребеҙ, ағинәйҙәребеҙ! Һеҙҙе бөгөнгө матур байрам – ололар көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙгә таҙалыҡ- һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ телайбеҙ!
Тормошобоҙҙа ошондай йырлы-моңло осрашыуҙар күберәк булһын, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, бергә-бергә йәшәргә насип итһен!

#Айыҡауыл2023
#Трезвоесило2023
#АллагуватСДК
#Стерлибашевскийрайон
#Всемирныйкурултайбашкир
#СтәрлебашрайоныбашҡорттарыҠоролтайы