Егеттәребеҙ өсөн маскировка сеткалары үрҙеләр
Аллағыуат ауылы мәсетендә ауыл мәҙәниәтенең ағинәйҙәр фольклор коллективы, ауылыбыҙҙың оло йәштәге инәйҙәребеҙ һәм дә мәктәп коллективы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙ өсөн маскировка сеткалары үрҙеләр.
Уларҙы тәүҙә райондан килеп сетка үреү оҫталығына төшөндөрҙөләр. Ә һуңынан бергәләшеп тиҙ арала маскировка сеткаларын үреп тә ҡуйҙылар. Беҙгә сетка үреү бик оҡшаны, тағы үрәбеҙ, тип теләктәрен дә белдерҙеләр улар.
Маскировка үреүҙә ҡатнашҡандарҙың һәр берһенә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
СВО – ла ҡатнашҡан егеттәребеҙ иҫән – һау ҡайтһындар.