logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Табылдыла Науруз байрамы үтте

22 марта 2024

Байрамға Наурузбикә Шүрәленең шарттарын үтәгәс кенә килә алды,ә Шүрәленең шарттары: йырларға,бейергә ине. Унан инде уйындар, йыр менән үрелеп барҙы. Уйындарҙа еңеүселәрҙе Яҙһылыуҙың бүләктәре көтә ине. Барыһы бергә изге теләктәр әйтеп сыҡтылар.
Байрам булғас табынһыҙ буламы ни инде! Тәм-том, пирогтарҙан ауыҙ итеп сәй эсеп алдылар.
Киләһе миҙгелдәребеҙ бәрәкәте, мул уңышы менән килһен, илебеҙ күге тыныс булһын тигән изге теләктәрҙә ҡалып, рәхмәт уҡып таралышты ауыл халҡы.Һуңынан байрам йәрминкә менән дауам итте.Байрамда ҡатнашыусылар яҡындарына күстәнәстәр алып шатланды.