logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Күрше хаҡы – тәңре хаҡы

22 марта 2024

Күрше хаҡы – тәңре хаҡы тиеп, Күндрәк ауылына барып концерт ҡуйып ҡайттыҡ әле.Күндрәк ауылында шул тиклем ихлас, алсаҡ кешеләр йәшәй икәнен белә инек инде, кисә быға тағы бер тапҡыр инанып ҡайттыҡ. Беҙҙең һәр сығышты ихласлап ҡул сабып ҡарап ултырҙылар, концерттан һуң да тиҙ генә таралып китмәнек,аяҡтар талғансы бейешеп алдыҡ. Беҙҙең килеүгә тәмле итеп, бай өҫтәл табыны ҡороп ҡуйғайны, матур итеп һыйланышып ҡайтып киттек Күндрәк ауылынан. Тағы бер яйы сыҡҡанда барырбыҙ тип торабыҙ әле, ҙур рәхмәт Күндрәк ауылының ихлас халҡына.