logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

“Донъя йәме – ҡатын ҡыҙҙа”

11 марта 2024

Ир кеше ғүмерендә өс эште эшләргә тейеш тигән әйтем йөрөй халыҡта. Ағас ултыртырға, өй һалырға һәм малай тәрбиәләргә. Ә ултыртҡан ағасҡа һыу һибергә, тәрбиә ҡылырға кәрәк, ә был эште иң оҫта башҡарыусы – ул ҡатын-ҡыҙ. Өй һалыуға килһәк, өй һалыу – ҙур сабырлыҡ, көс-хеҙмәт талап итә. Әммә әлеге йортто һәр саҡ бөхтә тотоу, уңайлы итеү, йән йылыһын өрөү – ҡатын ҡыҙ ғына башҡара ала торған ғәмәл. Малай табыу, үҫтереү, тәрбиәләү тураһында иһә әйтеп тә тораһы юҡ. Ҡатын-ҡыҙ шул ир-атты ир иткән, йортло иткән, ғаиләле иткән фәрештә… Шуға күрә уларҙы Халыҡ-ара байрамдары менән ихластан тәбрикләйбеҙ! Уларға сәләмәтлек, гүзәллек һәм мәңгегә шулай ир-аттың таянысы булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.
Кисә ауыл мәҙәниәт йортонда байрамға арналған ял кисәһе үтте. Был кисәгә йыйылған апайҙарҙан ике команда эшләнде. Иң беренсе бәйгебеҙ – танышыу, әлбиттә.”Мандариндар” һәм “Матрёшкалар” командалары хасил булды һәм ошо ике команда араһында төрлө өлкәлә ярыштар үткәрелде.Бәйгеләр барыһы ла бик ҡыҙыҡлы һәм ҡыҙыҡтырғыс ине. Сәмле ярыш “Мандариндар” командаһының еңеүе менән тамамланды Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла бүләктәр бүләк ителде.Һуңын аң,әлбиттә күстәнәстәр менән байрам сәйе эстек. Ошо байрамда ҡатнашҡан бар апайҙарға, байрам күстәнәсе килтергә Күндрәк ауыл хакимиәте башлығы Земфира Ишембетоваға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәм! Шулай иҫәнлектә һаулыҡта, ҡыуаныс- шатлыҡта,ил- көнөбөҙгә тыныслыҡ килеп тағы ла күп байрамдарҙы ҡаршыларға яҙ һин.