logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Тиҙерәк әйләнеп ҡайтһындар

1 марта 2024

Районда яугирҙәргә маскировка селтәрҙәрен үреү эше әүҙем бара. Был изге эштән Табылды ауылы ла ситтә ҡалманы Яҡташтарыбыҙ яҙмышына битараф булмаған киң күңелле ауылдаштарыбыҙ тырыш хеҙмәт һала.
“Маскировка селтәрҙәре яугирҙәребеҙ өсөн бик мөһим. Шул сәбәпле, был эштән ситтә ҡалып булмай. Иң мөһиме – яугир яҡташтарыбыҙ,иң – егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған яҡтарына тиҙерәк әйләнеп ҡайтһындар”, – тей изге күңелле ауылдаштарыбыҙ.
Бөгөнгө көндә лә ауыл клубында эш ҡайнай. Бындай селтәрҙәр, һис шикһеҙ, хәрбиҙәр өсөн бик кәрәк. Был бик ҙур ярҙам, сөнки дөрөҫ яһалған маскировка селтәре пилотһыз камералардан һәм дошмандың башҡа күҙәтеү һәм разведка системаларынан йәшереп, ғүмерҙәрен һаҡлап ҡала.
Илебеҙ яҙмышына битараф булмаған ауылдаштарҙың ҡулдан килгәнсә егеттәргә ярҙам итергә тырышыуы – ҙур һөйөнөс. Маскировка селтәрҙәре кемдең дә булһа ғүмерен һаҡлап ҡала икән – икеләтә ҡыуаныс.
Бына әле ошо көндәрҙә райондан яҡташ егеттәребеҙгә сираттағы гуманитар ярҙам ҡуҙғалды.Был юлы Табылдыларҙан 10 ( 60* 30 метр) маскировка сеткаһы ебәрелде.Иҫән – һау егеттәребеҙгә барып етеп был сеткалар улар өсөн дошмандан һаҡланыу ҡалҡаны булып хеҙмәт итә алыр тигән өмөттә ҡалабыҙ! Был изге эштә ҡатнашҡан һәр ауылдашыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.