logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Кишер бәлеше көнө билдәләнә

29 февраля 2024

Февралдә ғәҙәти булмаған байрам — кишер бәлеше көнө билдәләнә. Был көн үҙенең тарихын алыҫ 1783 йылдан ала. Һәм был байрам беҙҙең илдә лә ул үҙ урынын таба.
Кишер кеше өҫтәлендә барлыҡҡа килгән иң боронғо тамыраҙыҡтарҙың береһе тип һанала. Тәбиғи татлылығы арҡаһында уны шәкәр ҡомдары барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк татлы ҡамырҙа ҡулланғандар. Кишер бәлешенең иң тәүге рецепты 1827 йылдан билдәле. Әммә был десерттың иң ҙур популярлығы сит илдә икенсе донъя һуғышы ваҡытында, шәкәр һәм шәкәр алмаштырыусылар булмағас барлыҡҡа килә. Тап ошо мәлдә кишерҙең файҙалы үҙенсәлектәрен пропагандалау башлана.
Әлеге ваҡытта кишер бәлешенең тиҫтәләгән рецепты бар. Уны шәкәр менән дә, шәкәрһеҙ ҙә бешерәләр.
Беҙ ҙә ошо ғәҙәти булмаған көндө билдәләп китергә уйланыҡ.Был тамыраҙыҡҡа һуңғы йылдарҙа иғтибар ҙа кәмегәндәй…
Сөнки сит илдән килтерелгән экзотик емештәр тәмлерәк бит…
Ә ошо ябай ғына тамыраҙыҡта күпме кеше организмына кәрәкле витаминдар! Ошо ябай гына тамыраҙыҡтан күпме тәмле ризыҡ бешереп булғанына инандылар сарала ҡатнашыусылар.Беҙҙең байрамға килеүсе апайҙар ҙа төрлө рецептар менән кишер ләүәше,кишерле кекс,кишерле ҡоймаҡ,кишерле ҡайнатма һәм башҡалар бешереп алып килгәндәр.Һәр кем үҙенең рецепты менән бүлеште һәм , әлбиттә,һөйләшеү кишерҙән бешерелгән тәмле татлы менән мәтрушкәле сәй табыны артында дауам итте.Үҙебеҙҙең ерлектә үҫкән йәшелсә,емеш – еләккә иғтибарҙы күберәк булһәк ине,сөнки кеше организмы тыуған ерендә үҫкән йәшелсә,емештәрҙән күберәк үҙенә кәрәкле витаминдарҙы ала,организм шуға яраҡлашҡан.