logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ

27 февраля 2024

Ҡәҙерле Ир-егеттәребеҙ! Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ! Күк йөҙө һәр ваҡыт аяҙ торһон! Күңелдәрегеҙ тыныс, йөҙҙәрегеҙ яҡты, эштәрегеҙ уң, барыр юлдарығыҙ тигеҙ, уйлаған уй-ниәттәрегеҙ изге булhын! 23 февраль – еңеүҙәр һәм көс-ғәйрәтлелек көнө!
Ватанды һаҡлау – ысын ир егеттәрҙең бурысы. Ә ғаилә – һеҙ һаҡларға тейеш тыуған илдең бәләкәй генә ярсығы. Хөрмәтле ир-егеттәр, һеҙ беҙҙең оло терәге еҙ. Һеҙ беҙгә бөгөнгөһө, иртәгәһе өсөн тыныс һәм ышаныслы булырға ярҙам итәһегеҙ. Ғаиләләрегеҙҙә һәр саҡ татыулыҡ, ырыҫ һәм оло хөрмәт булһын.
Мәҙәниәт йортонда ауыл ҡатын – ҡыҙҙары ҡатнашлығында байрам “Байрамығыҙ менән, Батырҙарыбыҙ!” исемле байрам концерты үтте . Концерт бик бай йөкмәткеле булды. Рәхмәт ҡатнашыусы апайҙарға!