logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Барыһы ла еңеү өсөн

30 января 2024

Был көндәрҙә ауылдаштар менән бик тә әһәмиәтле эшкә керештек – маскировка сеткалары үрә башланыҡ.
Бөгөнгө көндә, һәркем нисек тә булһа, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итергә тырыша. Кемдең ҡулынан нимә килә, кем һалдаттарға нимә ебәрә ала – барыһын да тырыштыралар һәм төрлө юлын эҙләйҙәр. Маскировкалы сеткаларҙың һуғыш зонаһындағы иң мөһим әйберҙәрҙең береһе булыуын аңлап, был эшкә тотондоҡ, әлеге берҙәм сараға дәррәү генә килеп эш башлап ебәрҙек һәм дауам итәсәкбеҙ.
Барыһы ла тыныслыҡ өсөн! Барыһы ла еңеү өсөн!