logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Эх быймаһы ла ,быймаһы!

29 января 2024

Быйма – элек – электән рус аяҡ кейеме булып һанала,ләкин ул йылы һәм уңайлы аяҡ кейеме булыу сәбәпле бар милләттең дә яратҡан ҡышҡы аяҡ кейеменә әйләнгән.Халыҡ уға ниндәй генә матур исемдәр ҡушмаған. Иң ҡаты һалҡындар ҙа ҡурҡыныс түгел, шуға күрә беҙҙә быйманан да яҡшыраҡ аяҡ кейеме табыуы ауыр. Оҫтаның ҡулдары менән эшкәртелгән таҙа һарыҡ йөнө кешегә сәләмәтлек, көс һәм күңел тыныслығы бирә.
“Эх быймаһы ла ,быймаһы!”
Табылды ауылында инде йолаға әүерелгән быйма байрамы уҙҙы. Уларҙы данлау һәм маҡтау өсөн ауыл халҡы Тау урамына йыйылды. Сарала ҡатнашыусылар быйма һәм бейәләйҙәрҙең барлыҡҡа килеү тарихын белде. Сигелгән,биҙәлгән быйма кейгән байрам ҡунаҡтары уйындарҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашты, бының өсөн приздар алды. Байрам сараһы барыһының да күңеленә хуш килде.