logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Бына яңы 2024 йыл да тыуҙы.

9 января 2024

Һәр кем был байрамды ғаиләһе, туғандары менән ҡаршы алғандыр. Байрам ваҡытында балалары махсус хәрби операцияла йөрөгән,ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың әсәйҙәре иғтибарһыҙ ҡалдырһаҡ яҙыҡ булыр ине.Ауыл хакимиәте башлығы Земфира Ишембетова, Табылды ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм бер нисә депутат менән уларҙы ҡотларға сыҡтыҡ, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу күстәнәстәрен таратып сыҡтыҡ. Күндрәк ауылынан Мәрхәбә апа Яушева, Рәис һәм Вәсимә Субхангуловтар ға кереп ҡотлап, күстәнәстәр биреп сыҡтыҡ. Фидан Субхангулов ялға ҡайтҡан ине. Бик шатланып,рәхмәттәрен әйтеп тороп ҡалдылар.
Табылдынан Зөбәржәт апа Мазитова һәм Бибинур апа Тухватуллиналарға бүләктәр тапшырылды һәм ҡотланды. Уларҙан тыш Күндрәк ауылында 8 күп балалы ғаиләләргә һәм Табылды ауылында 1 күп балалы ғаиләне шатландырып сыҡтыҡ.
Уйлап ҡараһаң, бәләкәй генә иғтибар, ә шундай шатлыҡ таратып сыҡтыҡ.
“Донъялар имен булһын, тиҙерәк илдә тыныслыҡ урынлашһын, ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын” – тип көн дә теләгән теләгебеҙ ошо яңы тыуған йылда тормошҡа ашыр тигән өмөттә ҡалабыҙ!