logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Байрам концерты үтте

4 января 2024

Яңы йыл-балаларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә көтөп алынған байрамы. 30 декабрҙә Табылды ауыл мәҙәниәт йортонда яңы йыл байрам концерты үтте. Байрам кисәһен Күндрәк ауыл хакимиәте башлығы Земфира Ишембетова асты. Ул тамашасыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы яҡынлашып килгән яңы йыл менән ҡотланы, уларға һаулыҡ, бәхет, именлек һәм яңы йыл кәйефе теләне. Иғлан ителгән бәйгелә еңеүселәрҙе һәм ауылдың әүҙем кешеләрен ҡотлап үтте.Яңы йыл кәйефе булдырып,ихаталарын биҙәүселәр араһында Венера Байгузина – беренсе, Илүзә Байгузина – икенсе һәм өсөнсө урынды – Аръяҡ урамы яуланы. Афариндар!
Халыҡ һәм ҡунаҡтар өсөн сағыу байрам программаһы:театрлаштырылған тамаша, маскарад балы, шулай уҡ лотерея әҙерләнгәнелгән ине. Художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусылар ауылдаштарын бик яҡшы концерт номерҙары, пародиялар, скетчтар, бейеүҙәр менән ҡыуандырҙы.
Барлыҡ ошо байрамды үткәреүҙә ярҙам иткән спонсорҙарыбыҙ: “Нур”яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт хужалығы етәксеһе Радик Яушевҡа, Ауылыбыҙ фермеры Венер Разяповҡа, ауылдашыбыҙ Илһам Рәхимовҡа, Күндрәк ауыл хакимиәте башлығы Земфира Ишембетоваға, Район мәҙәниәт йорто директоры Венера Латыповаға һәм барлыҡ тамашала ҡатнашҡан әртистәребеҙгә һәм беҙҙең һәр сығышыбыҙҙы алҡышлап дәртләндереп ултырыусы тамашасыларыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ. Был ауыр ваҡытта һеҙгә именлек, сабырлыҡ һәм сәләмәтлек теләйбеҙ. Бар теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын! Һәм иң ҙур теләгебеҙ – илгә тыныслыҡ килһен! ЯҢЫ 2024 ЙЫЛ МЕНӘН!