logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Телем-байлығым

19 декабря 2023

14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте.
Ошо көн айҡанлы бөгөн мәҙәниәт йортонда “Телем-байлығым” исемле кисә үтте.Кисә башҡорт телендә диктант яҙыуҙан башланды һәм
“ Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры менән дауам итте.
Унан “Зирәктәр” һәм “Отҡорҙар” командаларына бүленеп төрлө биремдәр үтәнеләр:йомаҡтарға яуаптар таптылар,тиҙәйткестәр команда менән ваҡытҡа әйттеләр,мәҡәл һәм әйтемдәрҙе рус теленә тәржемә иттеләр,бер хәрефкә генә хикәйә яҙҙылыр,шаян һорауҙарға яуап эҙләнеләр, Шулай уҡ бирелгән ваҡыт эсендә кем күберәк анаграммалар яҙа,һөйләмдең мәғәнәһен бер һүҙ менән генә әйтеү,метаграммаларға яуап табыу кеүек биремдәрҙе лә үтәнеләр.
Ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән-башҡорт телен юғалтмайыҡ.Уны һаҡлап ҡалыу һәр беребеҙҙең дә изге бурысы.