logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

12 декабрь Рәсәй Конституцияһына – 30 йыл

19 декабря 2023

Ул 1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡтың тауыш биреүе юлы менән ҡабул ителде.
Рәсәй Конституцияһы 1993 йыл Рәсәй Президенты Указы буйынса 1994 йылдан был көн дәүләт байрамы тип иғлан ителде. Конституция 1993 йылдың 25 декабрендә рәсми баҫылып сыҡҡан көндән көсөнә инде.
Ошо көн айҡанлы ауыл кешеләренең яратҡан уйыны – “Әлләсе”уйыны уйнатылды.
Уйында темаға ҡағылышлы һорауҙар булды. Дүртәр кешенән торған ике команда араһында сәмле уйын бик көсөргәнешле барҙы һәм “Беҙҙекеләр” командаһы еңеүе менән тамамланды. Рәхмәт сәмләнеп уйнаған апай – ағайҙарға!