logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Тыуған яҡтарына ҡайтырға яҙһын!

21 ноября 2023

Илебеҙҙе һаҡлаған егеттәребеҙҙең ризығына яҙһын, уларға иҫән-имен тыуған яҡтарына ҡайтырға яҙһын!” – тип Табылдылар мәҙәниәт йортонда йәнә туҡмас әҙерләне. Ул махсус хәр операция зонаһына – хәрбиҙәргә ебәреләсәк. Светлана Яхина үҙе ҡатнаша алмаһа ла он, йомортҡа килтерҙе. Уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ: Байгузина Венера,Гайсина Фәйрузә,Даутова Рәүилә,Байгузина Земфира,Нурия Исмагилова был эште бер нисә сәғәт эсендә башҡарып та ҡуйҙы.
Эшебеҙ бик ырамлы булды, туҡмас кипкәнсе ултырып сәй эсеп алдыҡ. Матур, изге теләктәр теләп, туҡмасты киҫеп тә ҡуйҙыҡ.Нәзирә апай Багаутдинова һәм Зәриә апай Мухаметовалар өйҙәрендә әҙерләп килтергәндәр.Афариндар! Илебеҙҙе һаҡлаған егеттәребеҙҙең ризығына яҙып, иҫән-имен тыуған яҡтарына ҡайтырға яҙһын!” тигән теләктә ҡалабыҙ. Бына бөгөн райондан юл алды беҙҙең ысын күңелдән, күңел йылыһын һалып әҙерләгән ризыҡтарыбыҙ!