13 ноябрь- халыҡ-ара тиҙәйткестәр көнө
13 ноябрь- халыҡ-ара тиҙәйткестәр көнө.
Был датаны кем, ҡасан булдырғаны билдәһеҙ. Әммә маҡсаты бер: телмәрҙе үҫтереү, телде шымартыу.
Тиҙәйткесте яҡшы итеп ятлау (ҡабатлау) өсөн тәүҙә һөйләмде әкренләп кенә уҡырға, шунан тиҙерәк уҡырға, артабан һәр хәрефте, һүҙҙе асыҡ әйтеп, тағы ла тиҙерәк ҡабатларға. Көҙгө алдында күнекмә яһаһағыҙ, яҡшыраҡ булыр.” тип өйрәтә – өйрәтә балалар менән тиҙәйткестәр көнө үтте.
Тиҙәйткес әйтеү ауыҙ мускулдарын да нығыта. Был да телефондарын ҡулдарынан төшөрмагән замана балалары өсөн бик мөһим.