logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

КӘНФИТ көнө икән

9 ноября 2023

Ноябрь башында тәмлетамаҡтар көнө билдәләнә икән-КӘНФИТ көнө икән. Тәм-томгға битараф булмаған һәр кемдең байрам итергә тулы хоҡуғы бар. Татлы ризыҡты ашарга яратыусылар ғына түгел, ә был продуктты етештереүҙә ҡатнашыусылар көнө лә ул.
Сифатлы яһалған кәнфиттең кәйефте күтәреп ебәрергә һәләтле икәнен онотмайбыҙ.
Шул уҡ ваҡытта, кәнфитте күп күләмдә ҡулланыуҙың сәләмәтлеккә зыян килтерергә мөмкинлеген дә иҫтә тотоу тураһында ҡыҙыҡлы сара үткәрелде каникулға ҡайтҡан балалар менән.Балалар төрлө уйындарҙа ҡатнашып,рәхәтләнеп уйнап – көлөп,тәмле кәнфит – шоколадтар тәмләп үткәрҙе был көндө.
Байрам менән , тәмлетамаҡтар!