logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Барыһы ла еңеү өсөн

9 ноября 2023

Табылды ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарға ярҙам йөҙөнән әленән-әле төрлө акциялар ойоштороп тора. Ошо көндәрҙә улар ауыл мәҙәниәт йортонда ир-егеттәребеҙ өсөн туҡмас әҙерләне.
Барыһы ла еңеү өсөн
Берҙәм эштә Зөбәржәт Мазитова ,Гөлсирә Хужина,Венера Байгузина, Зөлфирә Байгузина, Зөлфирә Вахитова,Рәйсә Исмәғилева,Әлфирә Даутова,Рәүилә Даутова Светлана Яхина,Люциә Абдрахманова һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар 35 йәйем туҡмас йәйеп ҡырҡты.
Был беҙҙең ярҙамдың аҙаҡҡыһы булмаҫ. Иң мөһиме илебеҙҙә тыныслыҡ хөкөм һөрһөн, һуғыш уты туҡтаһын, яугирҙар иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар,
– тигән теләктәрен еткерҙе апайҙар.Бынан тыш, Табылды ауылы халҡы махсус хәрби операциялағы һалдаттарға йылы ойоҡбаш һәм бейәләйҙәр, аҙыҡ түлек, башҡа кәрәк-яраҡ әйберҙәр ҙә ебәргәйне. Алла бирһә, йөрәк йылыбыҙҙы биреп әҙерләгән тәмле туҡмас та тиҙ арала егеттәребеҙгә барып етер, тигән өмөттәбеҙ.