logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Миндек әҙерләүҙең дә үҙенә күрә йолаһы бар

3 июля 2023

Билдәле булыуынса, күп кенә халыҡтар мунса ингәндә (беҙҙеңсә “яфраҡ”, ҡайһы бер урында “миңлек” тә тиҙәр) миндек ҡуллана. Миндек әҙерләүҙең дә үҙенә күрә йолаһы бар. Йәшәгән урынына ҡарап, уны төрлө ағас япрағынан яһағандар. Быйылғы йылда, ҡайын ағасы зыян куреү сәбәпле,сәған,уҫаҡ ағастарынан да миндек эшләнек.
“Миндек байрамы”нда балаларға ағинәйҙәр ҡайындан миндек бәйләү серҙәрен, уларҙың файҙаһы хаҡында һөйләне. Мунса, миндек менән бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләшеп, йырлашып -бейешеп, «ҡуян күстәнәсе» менән сәй эсеп күңелле ял итеп ҡайтты Табылдылар. Ял итеп кенә ҡалманылар, ҡышҡылыҡҡа миндек менән запасландылар. Афарин” тип кенә әйтәһе ҡала был балалар,апай- ағайҙарға!