logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға быйыл 82 йыл тулды

22 июня 2023

Тарихта иң дәһшәтле, ҡот осҡос, иҫәп-хисапһыҙ ҡорбандар, емереклектәр алып килеүсе Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға быйыл 82 йыл тулды. Мәрхәмәтһеҙ ҡан ҡойоштоң ҡайнар еле ҡағылмаған ғаилә ҡалмағандыр инде беҙҙең илдә. Күпме ғаилә ул ваҡытта фронттан «ҡара ҡағыҙ» алды, күпме сабый атай һөйөүенән мәхрүм булып үҫте.
22 июнь беҙҙең өсөн ҡайғы көнө һәм һуғыштан ҡайта алмай һәләк булған атай-ағайҙар­ҙы иҫкә алыу көнө булып ҡаласаҡ.