logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Науруз

21 марта 2024

Ошо көндәрҙә Ҡабыҡҡыуыш ауыл мәҙәниәт йорто, балалар өсөн күңелле сара – Науруз байрамы үткәрелде. Өләсәйҙәр балаларға «Науруз» байрамы ниндәй байрам икәнен, (яңы көн) – көн менән төн тигеҙләшкәндә үткәрелгән яҙҙы ҡаршылау байрамы. Науруз байрамы бик матур, күңелле уҙҙы. Башҡорт халҡының милли уендарын иҫкә төшөрөп, Науруз таҡмаҡтары, йомаҡтар әйтелде. Өләсәйҙәр ҡатнашыусыларҙы байрам менән ҡотлап, барыһына ла сәләмәтлек, именлек һәм муллыҡ теләне. Яҙҙы ҡаршылау байрамы балаларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр тип ышанабыҙ.