Тәмәке тартыуҙың зарары
21 марта 2024
Һәр кем үҙ сәләмәтлеге өсөн үҙе яуаплы .
Ҡабыҡҡыуыш ауылы мәҙәниәт йортонда ,уҡыусыларға үҙеңдең сәләмәтлегең өсөн яуаплылыҡ һәм насар ғәҙәттәрҙән азатлыҡ бәхетле булыуҙың сере икәнен аңлатыу,тәмәке тартыуҙың организм өсөн зыяны тураһында уйланырға мәжбүр итеү маҡсаты менән” Тәмәке тартыу – үҙеңә ҡәбер ҡаҙыу ул” исемле тематик сара үтте.
Эйе, тәмәке тартыу – ифрат насар ғәҙәт. Бөгөн беҙ уҡыусылар менән тәмәке һәм уның организмға зыяны тураһында һөйләштек. Шулай уҡ әҙерләнгән “Тәмәке тартыуҙың зарары” исемле презентацияны ҡарап, киләсәктә ниндәй юл һайларға һығымта яһанылар . Насар юлдарҙан китмәҫтәр, яҡшы ғәҙәттәрҙе генә үҙ итерҙәр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.