logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

50 йыл бергә

4 января 2024

Алтын туй – йылдар һынауына бирешмәгән оло мәхәббәттең сағылышы ул. Ярты быуат ғүмер бергә йәшәү өсөн кешеләргә күпме сабырлыҡ, түҙемлек һәм аҡыл кәрәк.
Ҡабыҡҡыуыш ауылында йәшәүсе Мансур Таштимер улы һәм Гүзәл Фәйзелғатин ҡыҙы Суяргуловтар,Мөҙәрис Биктимер улы һәм Йәмилә Тәтегәс ҡыҙы Мухаметшиндар алтын туйҙарын байрам иттеләр.
Ярты быуат бер- береһенә терәк-таяныс булып ғүмер кисереүсе матур парҙарға , бөгөн Кыш бабай менән Ҡарһылыу уларға алдағы көндәрендә лә бер – береһенә булған йылы мөнәсәбәттәрен һыуытмай, ныҡлы һаулыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләне.