logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Ҡатын–ҡыҙ донъя күрке

10 марта 2024

Йәлембәт ауыл мәҙәниәт йортонда Халыҡ–ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған «Ҡатын–ҡыҙ донъя күрке» тигән байрам концерты уҙҙы. Ҡатын ҡыҙҙарыбыҙҙы ауыл хакимиәте башлығы Байназарова Раушан Мансур ҡыҙы тәбрикләне. Мәҙәниәт йортоноң “Әхирәттәр” халыҡ фольклор коллективы, “Йәмбикә” фольклор – эстрада ансамбле, “Йәйғор нурҙары” балалар фольклор – эстрада өлгөлө коллективы, айырым йырсылар Нәсимә Собхангулова,Ҡәҙриә Зөбәйерова, Юлиә Фәизова, Зәриә Иҫәнгужина, бейеүселәр Алина Ишҡыуатова, Айгөл Туҡтамышева, Райлә Шәрипова, Альбина Солтанова гүзәл заттарыбыҙға моңло йырҙарын, дәртле бейеүҙәрен бүләк итте. Байрам концерты һәр кемдең күңеленә хуш килде, йылы хистәр уятты, яҙғы байрам кәйефен күтәрҙе.