logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Ҡулдарымдың йылыһы һеҙгә

23 ноября 2023

Республикабыҙ Махсус Хәрби Операция сиктәрендә бик күп акциялар иғлан иткәйне.
Аллағыуат ауыл советы, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары, ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, «Әхирәттәр» вокал ҡатын ҡыҙҙар коллективы, ауылыбыҙҙың Ағинәйҙәре, ғөмүмән, ауыл халҡы “Маскировка сеткаһы үреү”, “Ҡулдарымдың йылыһы һеҙгә” һ.б. акцияларынан ситтә ҡалманы. Дәррәү генә сеткалар үрҙеләр, ойоҡ, бирсәткә, бейәләйҙәр бәйләнеләр. Ҡайһы берәүҙәр аҡсалата ярҙам күрһәтте.
Ошо акцияларҙа, гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Һеҙгә иҫәнлек – һаулыҡ, ғаилә именлеге, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ.
Шулай уҡ, айырыуса, ауылыбыҙҙың волонтёры Зөлфиә Хәсән ҡыҙына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәһе килә. Сөнки Зөлфиә Хәсән ҡыҙы материалдар менән тәьмин итте. Беҙҙең барыбыҙға ла көс, дәрт өҫтәп торҙо.
Егеттәребеҙ имен – аман йөрөп ҡайтһындар🤲
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ🙏🙏🙏

#Айыҡауыл2023
#Трезвоесило2023
#АллагуватСДК
#Стерлибашевскийрайон
#Всемирныйкурултайбашкир
#СтәрлебашрайоныбашҡорттарыҠоролтайы