Главная / Филиалы / Аллагуватский СДК / Бауырһаҡ Фестта Бауырһаҡ Фестта Стәрлебаш район мәҙәниәт һарайында “Бауырһаҡ Фест” фольклор һәм һөнәрҙәр фестиваль-конкурсы үтте. Быйылғы йылдан алып республика кимәлендәге сара исеме бирелгән был байрам милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, милли аш-һыуҙы һәм кейем-һалымды тергеҙеүгә йүнәлтелгән. Фестивалгә республиканың төрлө төбәктәренән ҡатнашыусылар йыйылған ине, улар быуындан-быуынға күсә килгән милли ризыҡтарҙан ниндәй генә бай өҫтәл әҙерләмәгәндәр! Әлбиттә, бында төп ризыҡ бауырһаҡ булды. Аллағыуат ауылы ла ситтә ҡалманы. Ауылыбыҙҙың бер төркөм уңған апайҙары ауыл мәктәбе бинаһына йыйылып Фестивалдә ҡатнашыу өсөн ҡабарып торған бауырһаҡ бешереп жюри ағзаларына тәҡдим иттеләр.