logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Георгий таҫмаһы

14 мая 2024

2024 йылдың 24 апрелендә «Георгий таҫмаһы» бөтә Рәсәй акцияһы старт алды.
Акция уҙғарылған көндәрҙә 2024 йылдың 24 апреленән 9 майына тиклем миллионлаған кеше кейемгә Георгий таҫмаһын — хәрби дандың шартлы символын-беркетә.
Табылды ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналған «Георгий таҫмаһы» акцияһына ҡушылды.
8 майҙа беҙҙең ауыл халҡына Һуғыш яланында һәләк булғандарҙы иҫкә алыу, икенсе донъя һуғышы йылдарында фронт өсөн бөтә нәмәне биргән кешеләргә рәхмәт йөҙөнән георгий таҫмалары таратыла. Оло йәштәгеләр георгий таҫмаһын ҙур рәхмәт менән, күҙҙәренә йәш тулған килеш ала.
Георгий таҫмаһын күкрәгенә беркеткән һәр кем уйында ла,телендә лә “Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен” – тигән уй – теләктәр генә теләйҙер.