logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Яулыҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙ тормошонда оло урын биләй

12 февраля 2024

Ул – мосолман ҡатын-ҡыҙының тажы. Иманлылыҡ, тәртип һәм тәүәкәллек билдәһе, һаҡлаусы ҡалҡан булып тора.
Борон яулыҡһыҙ йөрөү бик һирәк күренеш булған. Ял иткәндә лә, эш эшләгәндә лә яулыҡты бәйләп йөрөгәндәр. Әлбиттә, был динебеҙҙән дә килә – сәс күрһәтергә ярамаған. Өләсәйҙәребеҙ әйтеүенсә, яулыҡ шайтандан һаҡлаған, сәс ялбыратып йөрөгәнгә зәхмәт эләгә тигәндәр.
Әлеге ваҡытта ла, моданың ниндәй генә еле иҫмәһен яулыҡты алып ташлай алмай әле.