logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

СВОих не бросаем

6 февраля 2024

Районыбыҙҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында алып барылған эштең туҡтап торғаны ла юҡ. Был йәһәттән Табылды мәҙәниәт йортонда ла эш дауам итә. Ауылдың бер төркөм әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары маскировка селтәрҙәре үрә.
Был мөһим эшкә беҙ ғинуар айында ғына тотондоҡ Иң тәүҙә Земфира Байгузина һәм Гөлсирә Хужина Стәрлебашҡа барып өйрәнеп ҡайттылар. Мәҙәниәт йортонда ир – аттар ярҙамында ағас станоктар ҡуйылды Эшсе ҡулдар күп кәрәк. Ярҙам итеүселәр етәрлек.
Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тигәндәй, хәҙер инде оҫтарҙыҡ.Әле яңы материал килгәнсе туҡтап торҙоҡ,ошо көндәрҙә яңынан тотонасаҡбыҙ.Кемдәр ярҙам ҡулы һуҙған ҙур рәхмәтлебеҙ..Илебеҙгә ауыр ваҡытта,егеттәребеҙ өсөн,әҙ генә булһа ла ярҙам күрһәтә алыуыбыҙға бик шатбыҙ.Иң мөһиме: и- көн тынысланып егеттәребеҙ иҫәң- һау әйләнеп ҡайтһындар!