logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Халыҡ-ара Ҡосаҡлашыу көнө

22 января 2024

21 ғинуар- халыҡ-ара Ҡосаҡлашыу көнө.
Дуҫарығыҙҙы, туғандарығыҙҙы, һөйгәнегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы, күршегеҙҙе бөгөн ҡосаҡларға онотмағыҙ. Ҡосаҡлашыу-үҙе бер дауа бит.
Ҡосаҡлау көнө.
Рәхмәт яуғыры, әллә кем
Сығарған уйлап: Ҡосаҡлау көнө бит бөгөн!
Бар донъя буйлап Ошо байрам илдән илгә
Күсеп таралһын, Бөтәһе лә бөтәһен дә
Ҡосаҡлап алһын! Ҡалмаһын үпкә, асыуҙар,
Юғалһын нәфрәт, Туҡтаһын ерҙә һуғыштар,
Тынһын ғәрәсәт! Бар донъяға тик изгенән
Булһын теләктәр, Дуҫлыҡ, хөрмәт, һөйөү менән
Типһен йөрәктәр! Күңелемдә бары яҡты
Хистәр һаҡлайым. Килсе, дуҫым, яндарыма:
Бер ҡосаҡлайым!