logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Бауырһаҡ фест

30 октября 2023

Стәрлебашта район мәҙәниәт йортонда IV «Бауырһаҡ Фест» исемле фольклор һәм һөнәрселек фестивале үтте. Ул быйыл тәүге тапҡыр Республика статусын алып Стәрлебаш районының ғына түгел, бөтә Башҡортостан Республикаһының бренд ваҡиғаһы булараҡ мәҙәни тормош тарихына инде.

Фестивалдә республика райондары һәм Стәрлебаш районы ауыл биләмәләре командалары ҡатнашты, улар жюри хөкөмөнә команданың презентацияһын һәм милли аш-һыу менән биҙәлгән өҫтәлдәрҙе тәҡдим итте.
Фестивальдән Табылды ауыл мәҙәниәт йорто ла ситтә ҡалманы. Ауылыбыҙ данын яҡлап сығыш яһап ҡайттыҡ. Фестивальдә Земфира Байгузина һәм Әлфирә Даутова бешергән бауырһаҡтар менән “Сәй өҫтәлен иң үҙенсәлекле биҙәү” номинацияһында өсөнсө дәрәжәле лауреат булдыҡ.Ошо фестивальдә ауылыбыҙ данын яҡлап сығыш яһаусы Миңзәлә Вахитова,Рәүилә Даутова, Фәйрузә Гайсина, Венера Байгузина,Рәйсә Исмагилова,Земфира Байгузина,Айҙар һәм Зөлфирә Байгузиналарға
һәм презентация эшләүҙә ярҙам иткән Флүрә Вахитова һәм ҡул эше менән ярҙам иткән Ильнара Исмагиловаларға ҙур рәхмәтлебеҙ! Донъяла именлек булып тағы ла яңы уңыштар яуларға настп булһын!