logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

В Табулды прошел праздник молока

18 сентября 2023

Мин һеҙгә бер йомаҡ ҡоям,кем яуабын табыр?!Аҡ төҫтә,
Уны эскән кеше ауырымай,
Бала саҡтан уның тәмен барыһы ла белә,
Ауырыуҙарға ярҙам итә.
Беҙгә уны һыйыр бирә,
Һеҙ уны белдегеҙме?
Эйе,әлбиттә,икмәктән ҡала иң тәмле ризыҡ- һөт ул!“ Һыйлы көнөң һыйырҙа” исемле нәҡ ошо йомаҡтағы һөт байрамы үтте бөгөн Табылдыла! “Ағы барҙың туғы бар”, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, халҡыбыҙ тормошонда борон-борондан аҡтан эшләнгән ризыҡ айырым урын алып торған. Башҡорт халыҡ аштарына күҙ йүгертһәк иң тәмле ,оҫта, шул уҡ ваҡытта дауалау йәһәтенәндә бик файҙалы аҙыҡтар һыйыр ағынан яһала. Башҡорт халҡының һөт ризыҡтарын әҙерләй белеүе бик борондан килә.
Беҙ ошо һөттөң ниндәй ҙур баһаға эйә булыуын күрһәттек ошо байрамда.
Байрамға кем килде тип уйлайһығыҙ?
Эйе, әлбиттә  килде,ул үҙенең “Һыртаҡ” исемле һыйырын да алып килгән ине.Весёлый молочник Табылды малсылыҡ хужалығы тарихына һәм унда эшләп китеүсе һауынсылар һәм алдынғы һауынсылар тарихына байҡау яһаны.Унан,уның менән ауыл урамдары ҡатындарына һөт ризыҡтарынан күргәҙмә эшләргә өйгә эш бирелгәйне.

Ошо күргәҙмәне баһалап беренсе урынды Салауат Юлаев урамы ҡатындары өҫтәленә бирергә булдыҡ. Улар Фәйрузә Гайсина етәкселегендә бәйгегә ентекле әҙерләнгәндәр. Һөттән 26 төрлө ризыҡ әҙерләгәндәр ине улар! Афариндар! Әйткәндәй, форсаттан файҙаланып, Фәйрузә апайға ҙур рәхмәтлебеҙ! Байрамды уның янында үткәрҙек. Шундай алсаҡ, ярҙамсыл, йомарт, ихлас, дәртле апай ул!
Унан инде, Весёлый Молочник тамашасыларға үҙенең йырын бүләк итеп, төрлө ярыш – бәйгеләр башланды. Бында ярышып һыйыр һауыу, сепаратор барабанын һүтеп йыйыу кеүек ярыштар булды. Хатта апайҙарҙың ярышып һыйыр һауғанын ҡарап тороп Весёлый Молочникта һыйыр һауып ҡарарға булды. Тик ул һауғанда Һыртаҡ һыйырыбыҙ ябай һөт түгел, “Молочный кәнфит” тәр бирҙе!))
Тамашасылар шулай уҡ хужалыктың алдынғы һауынсыларын сағылдырған стенд менән танышты. Байрамыбыҙҙы шулай ук мәртәбәле ҡунаҡ Земфира Мөнир ҡыҙы биҙәне. Ул байрам менән ҡотлап, еңеүселәрҙе буләкләп тә китте.
Ошо байрамда ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарға, ҡунаҡтарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Имен илдең аяҙ күге аҫтында, һәүкәштәребеҙ һау булып, үҙебеҙ иҫән имен булып, “аҡ”тан өҙөлмәйсә, йыбанмайса эшкәртеп, ғаиләбеҙҙең ризығына яҙһын тигән теләктә ҡалабыҙ!