logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Сәскәләр – урамдарҙы, баҡсаларҙы, йорттарҙы йәмләй

29 августа 2023

Бер байрам да, бер генә тантана ла сәскәләрһеҙ үтмәй. Уларҙы барыһы ла ярата. Сәскәләр – урамдарҙы, баҡсаларҙы, йорттарҙы йәмләй. Донъяла сәскәләрҙән дә матурыраҡ, наҙлыраҡ әйбер юҡ. Сәскә бүләк итеү – мөхәббәт, ихтирам, хөрмәт билдәһе. Улар кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе йылыта.
Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ булмай, ти венгр халыҡ мәҡәле
Беҙҙең Табылды ауылында ла сәскә яратыусы һәм йорт тирәһендә сәскә үҫтереүсе хужабикәләр бик күп. Ошо матурлыҡты күрергә ауылға ялға ҡайтҡан балалар менән күрергә сыҡтыҡ.
Балаларҙы сәскәләр менән, сәскәләрҙең хужабикәләре менән таныштырып матурлыҡ донъяһына сәйәхәт ҡылдыҡ. Балаларға был сәйәхәт бик оҡшаны,икенсе йыл саҡ ҡына иртәрәк был сәйәхәткә сығырға һөйләштек. Ошондай сәйәхәттән һуң киләсәк быуын күңелендә, матурлыҡ донъяһына ҡарата бәләкәй генә булһа ла һөйөү уята алғанбыҙҙыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.