logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Табылды халҡын байрам менән

11 мая 2023

Табылдылар Вәғиз Музаметшин исемендәге Еңеү паркына Бөйөк Еңеү көнөн тәбрикләргә йыйылды.Бөйөк көндө ҡаршыларға көн һыуығы ҡамасауламаны.
Табылды халҡын байрам менән ҡотларға
Стәрлебаш муниципаль районы советы сәркәтибе Мусакаева Айгөл Рим ҡыҙы һәм Күндрәк ауыл хакимиәте башлығы Ишембетова Земфира Мөнир ҡыҙы килделәр.
Байрамда бер минут тынлыҡ иғлан ителеп һәйкәлгә сәскә һалынды һәм концерт номерҙары менән үрелеп барып һалдат бутҡаһы менән тамамланды.Киләһе көндәребеҙ тыныс,аяҙ күкле булыр тигән өмөттә яна бөгөнгө көндә һәр кеше һәм күмәкләшеп теләгән был теләгебеҙ,һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр,ин шә Аллаһ!