logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

“Халыҡ йолаларын һаҡлау” номинацияһында икенсе дәрәжәле лауреат исеменә лайыҡ булдыҡ

7 мая 2023

Ниһәйәт, районыбыҙҙа бер ай элек иғлан ителгән ижади марафон аҙағына яҡынлашты. Был марафонда, белеүегеҙсә, районыбыҙҙа ниндәй ойошмалар, ауыл биләмәләре бар барыһы ла ҡатнашты. Һәр сығышты мәртәбәле баһалама ағзалары баһаланы. Һәм кисә ошо марафонды йомғаклау сараһы итеп гала концерт булды. Ундағы сығыштарҙың барыһы ла Рәсәйебеҙгә, илебеҙгә,тыуған еребеҙгә һөйөү,ғорурлыҡ кеүек хистәр менән һуғарылған ине.
Һәм ошо марафонда баһалама ағзаларынан беҙ ҙә юғары баһа алып шатланып ҡайттыҡ. “Халыҡ йолаларын һаҡлау” номинацияһында икенсе дәрәжәле лауреат исеменә лайыҡ булдыҡ.
Ошо лайыҡлы баһаны алырға ярҙам иткән барлыҡ ауыл биләмәһенең үҙешмәкәр сәнғәт артистарына ҙур рәхмәтлебеҙ! Киләсәктә лә ошо тыуған ергә, тыуған ауылға,илгә булған һөйөү тойғоларыбыҙ саф килеш һаҡланһын,,илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын һәм ир – егеттәребеҙ иҫән һау әйләнеп ҡайтһындар,ин шә Аллаһ!

Район йәмәғәт ойошмалары араһында булған марафонда,”Ағинәйҙәр” ойошмаһы исеменән дә сығыш яһап өсөнсө дәрәжәле лауреат исеменә лайыҡ булдыҡ.