logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Матур яңы йыл саралары үтте

9 января 2024

Иҫке һәм яңы Ҡалҡаш ауылы мәҙәниәт йортонда бик матур яңы йыл саралары үтте. Тәү башлап ҡәҙимгесә һүҙҙе ауыл советы башлығы Ҡотлошин Айрат Зөфәр улына бирелде, байрам менән ҡотлагандан һуң, конкурста ҡатнашҡан матур биҙәлгән, йорт хужаларын бүләкләп үтте. Берҙәм Рәсәй партияһы сәркәтибе Кинзябулатова Ильза Салауат ҡыҙы ла үҙең бүләктәре менән килгән, ҡотлап бүләкләп үтте. Ауылыбыҙҙың старостаһы Насырова Зөлхизә Хайбулла ҡыҙы ла һүҙ алды, барыхында яңы йыл менән ҡотлап, үткән эштәргә йомғаҡ яһаны. Шулай уҡ байрам уңайҙан юбилярҙарыбыҙ Кульмухаметов Ғалиян ағай менән Кульмухаметова Тәскирә апайзарзы 50 йыл бергә татыу ғүмер итеүҙәре менән ҡотланылар.
Байрамдың икенсе өлөшөн әкиәт геройҙары дауам итте. Бына – бына яңы сиртеп сығырға торған йәшел аждаһа йомортҡаһын, яуыз убырлы һәм уның фарманын үтәп тороусы ике разбойниктан йәшереп алып ҡалыусы ҡуян тураһында барҙы. Был музыкаль әкиәт тамаша барыһына ла оҡшаны.
Байрамдың өсөнсө өлөшө, төрлө уйындар, йыр бейеү күңел асыу менән дауам итте. Байрам сағыу, бик тә матур, шәп булды.