logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Башҡорт дискотекаһы “Ритайым”ды халыҡ ашҡынып көтә

17 августа 2023

Иҫке Ҡалҡаш мәҙәниәт йортонда, йылда узғарылып килгән башҡорт дискотекаһы “Ритайым”ды ололар ғына түгел, хатта йәштәрҙә ашҡынып көтә. “Ритайым” ға бик күп йәштәр, һәм ҡунаҡтар йыйылды. Тыуған яҡты, тыуған телдә йыр – моңдо һағынып ҡайтҡан ҡыҙҙар – егеттәр, “өслө”, “дүртле”, “сылбыр” бейеүҙәренә, ихлас баҫтылар. “Рәхәтләнеп тыуған телебеҙҙә йыр-моң тыңлап, аяҡ талғансы башҡорт бейеү көйҙәренә баҫып, күңелебеҙ булып, йөрәктәргә тағы ла бер аҙнаға етәрлек дәрт-дарман өҫтәнек”- тип таралыштылар. Шулай итеп ялдар күңелле үтте.