logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Күршеләр килде ярҙамға!

31 января 2024

Күршеләр килде ярҙамға!
Аллағыуат ауыл волонтеры Зөлфиә Хәсән ҡыҙы Ҡабыҡҡыуыш ауылы ҡатын – ҡыҙҙарын сетка үрергә ярҙамға саҡырҙы. Улар МХО – ла ҡатнашҡан егеттәребеҙ өсөн маскировка сеткаһы үрергә килделәр. Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы тиҙ арала үҙҙәренең ярҙам ҡулдарын һуҙырға әҙер торған еңгәйҙәрҙе һәм апайҙарҙы Аллағыуат ауылына алып килде.
Уларҙы, Зөлфиә Хәсән ҡыҙы һәм клуб етәксеһе Айзат Самат улы ауыл мәҙәниәт йортонда ҡарашы алды.Тәүҙә апайҙарҙы сетка үреү оҫталығына төшөндөрҙөләр, ә һуңынан бергәләшеп тиҙ арала бер маскировка сеткаһын үреп тә ҡуйҙылар. Аллағыуат ауылының егәрле , өҫта ҡуллы еңгәйҙәре һәм инәйҙәре Ҡабыҡҡыуыштар сетка үргәнсе йөн ойоҡбаштары бәйләнеләр. Ҡабыҡҡыуыштарға сетка үреү бик оҡшаны, беҙ тағы ла киләбеҙ, тип теләктәрен белдерҙеләр ауыл ҡыҙҙары.
Апай, еңгәйҙәребеҙгә ҙур рәхмәт!
МХО – ла ҡатнашҡан егеттәребеҙ иҫән – һау ҡайтһындар инде🤲